Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2020, 18:15

Сәхнәлә – Ҡармыш бейеүселәре!

Төрлө һөнәр эйәләре булыуҙары ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре лә, ҡырҡ-илле йәшкә етеүҙәре лә был гүзәл заттарға сәхнә уртаһына сығып бейергә һис тә ҡамасауламай.

Коллективта иң абруйлыһы – Ҡармыш мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зәйҙә Ғәлимова. Уға – 55 йәш. Математика уҡытыусыһы Светлана Шәкүрова, ауыл хужалығы предприятиеһы баш бухгалтеры Асия Шәймөхәмәтова һәм ансамбль етәксеһе, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Филүзә Ишмурзина ла Зәйҙә апайҙың үксәһенә баҫып килә. Ә ансамблдә иң йәше бөгөнгә – ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ләйсән Ишмурзина. Күптән түгел ҡыҙҙарға китапханасы Мәрзиә Абдрахманова ла ҡушылған.
“Шәп ҡыҙҙар” ансамбле биш йыл элек ойошторола һәм сәхнәгә тәү тапҡыр сығыу менән үк тамашасыларҙың һөйөүен яулап ала. Ул ваҡытта ансамблгә Айгөл Йәнгирова етәкселек итә. Тәүге уңышка һәм тәүге алҡыштарға “Шәп ҡыҙҙар” тап Айгөл Риф ҡыҙы ҡуйған “Тимербай килендәре” исемле шаян бейеү менән лайыҡ була. Ошо номер ансамль яҙмышына ҙур йоғонто яһай ҙа инде. Коллектив репертуарын әлеге етәксе ҡуйған “Еңгәйҙәр”, “Шаян ҡыҙҙар” бейеүҙәре байыта.
- Бөтәбеҙ ҙә бәләкәйҙән үк бейеү менән шөғөлләндек. Мәҫәлән, Зәйҙә Гәрәй ҡыҙының ҡыҙҙары ла бейей, ә үҙе ҡасандыр бейеү түңәрәге алып барҙы. Эйе, беҙҙе сәнғәткә һөйөү берләштерҙе. Ижатыбыҙ үҙебеҙгә генә түгел, тамашасыларыбыҙға ла оҡшайҙыр, тип ышанабыҙ, - ти йылмайып Филүзә Фәһим ҡыҙы.
Читайте нас: