Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2020, 14:20

VI Бөтә донъя фольклориадаһы - Өфөлә

Тәүге Фольклориада 1996 йылда – Голландияла, икенсеһе 2000 йылда Японияла уҙҙы.

Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (CIOFF) бер өлөшө булып тора. Унда ғәҙәттәгесә 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша. Тәүге Фольклориада 1996 йылда – Голландияла, икенсеһе 2000 йылда Японияла уҙҙы. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне.

2015 йылдың октябрендә 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданы Башҡортостан Республикаһында уҙғарыу тураһында иғлан ителде.

Читайте нас: