Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2020, 13:30

“Яҙмышым минең – Аксеным”

Ауылдың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле тарихы, уның бөгөнгөһө быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.

Классиктарҙың ҙур-ҙур томдары һәм хәҙерге заман авторҙарының китаптары ауылдың моделле китапханаһы кәштәләренә бөхтә итеп теҙелгән. Иң түрҙә Антон Павлович Чеховтың портреты эленеп тора, талантлы оҫта Л. В. Зырянова яҙыусы әҫәрҙәре геройҙарына эшләгән уйынсыҡ миниатюралары ла әҙәби ҡунаҡхананы биҙәй. Бында бөйөк яҙыусы һәм драматургтың уҙған быуат башында сыҡҡан әҫәрҙәр йыйынтығы бик ҡәҙерле ҡомартҡы кеүек һаҡлана. Айырым папкаларҙа тыуған яҡты өйрәнеү эше буйынса материалдар йыйылған.
Быларҙың бөтәһен дә ысын мәғәнәһендә эшенә ижади ҡараған китапханасылар Фәйрүзә Мөлөкова һәм Рәсимә Әҙеһәмова йылдар буйы бөртөкләп туплаған.
Улар илһамланып, әҙәби кисәләр, шиғриәт сәғәттәре, уҡыусылар конференциялары, китаптар буйынса фекер алышыуҙар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәрә. Төп эшмәкәрлектәренән тыш, донъя кимәлендәге рус яҙыусыһы һәм драматургы А. П. Чеховтың ижади мираҫын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай, яҙыусының ҡатыны - МХАТ-тың күренекле актрисаһы О. Л. Книппер менән 1901 йылда Аксенға Андреев шифаханаһына дауаланыууға килеүе тураһындатикшеренеү эштәре алып бара. Киң билдәле публицист, “Независимая газета+” мөхәррире, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ В. В Шмаков та “А. П. Чехов. Я в Аксенове, Уфимской губернии” исемле китабын бөйөк әҙип тормошоноң ошо осорона арнаған.
“Чехов уҡыуҙары” китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү буйынса төп әҙәби форумы булып тора, был сара Аксен ерендә бына бишенсе йыл үткәрелә. Быйыл фәнни-ғәмәли конференция ғинуарҙа, бөйөк әҙиптең тыуыуына 160 йыл тулыуҙы байрам итеү алдынан уҙҙы. “Чехов уҡыуҙары” күптән инде республика кимәленә сыҡты һәм был уникаль проектта тыуған яҡты өйрәнеүселәр, яҙыусылар һәм шағирҙар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнаша.
Китапхананың ҙур булмаған, әммә йыйнаҡ бинаһында бер нисә тематик күргәҙмә урынлашҡан. “Тыуған ауылым” күргәҙмәһендә тыуған ауыл, киң билдәле кешеләр, производство алдынғылары тураһында папкалар тупланған. Ә бында данлыҡлы Чапаев дивизияһы яугирҙәре йәшәгәнен бөтәһе лә беләме икән? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында ла бай материал тупланған. Аксен һәм Ким ауылдарында йәшәүсе күп кенә ғаиләләренең шәжәрә-йылъяҙмалары ҡуйылған. “Әҙәби Аксен” күргәҙмәһе лә ойошторолған, унда талантлы яҡташтары ижад иткән шиғырҙар һәм повестар баҫылған китаптар һәм альбомдар бар.
- Күп йылдар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән Анатолий Петрович Дунин етәкселегендә әҙерләнгән “Аксен ауылына – 130 йыл” йыйынтығы ауыл тарихы өсөн ысын энциклопедия булды, - ти Рәсимә Марат ҡыҙы Әҙеһәмова. - Ул ошонда тыуып үҫкән, үҙ төбәгенең тарихын яҡшы белә. Китапта ауылға һәм тимер юл станцияһына нигеҙ һалыусы Семен Аксенов, Андреев шифаханаһы (һуңыраҡ Чехов исемендәге шифахана) тарихы, бөйөк ғалим, ер белгесе Воздвиженка ауылында ерләнгән Николай Сибирцев, Аксен ауыл хужалығы техникумы тарихы тураһында мәғлүмәт бар.
Шуны әйтергә кәрәк, был Аксен ауылының тәүге энциклопедияһы ғына түгел, тип дауам итте китапханасы. 1999 йылда мәктәп уҡытыусылары Миңленур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ғарипова һәм Надежда Петровна Зиннәтулина (Аникина) төҙөгән “Аксен ауылының ҡыҫҡаса энциклопедияһы” донъя күрҙе. Ике тиҫтә йыл мәктәп директоры булып эшләгән Дамир Сәрүәр улы Мирғазов төҙөгән “Минең мәктәбем - тарихта һәм исемдәрҙә” фотоальбомы белем усағының данлыҡлы тарихы тураһында һөйләй.
Рәсимә Марат ҡыҙының да ғаилә йылъяҙмаһы форматында “Беҙ – Әҙеһәмовтар” китабы сыҡҡан, ул республиканың 100 йыллығына арнала. Был әҫәр Башҡорт республикаһына нигеҙ һалған ағалы-ҡустылы Әҙеһәмовтар тураһында.
Ауылдың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле тарихы. Уны күп быуындар тыуҙырған, ә китапханасылар ентекләп мәғлүмәт йыйып, халыҡ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле эш башҡарған.
Тыуған яҡ тарихын ҡәҙерләп һаҡлаусы Фәйрүзә Мөлөкова һәм Рәсимә Әҙеһәмова.
Читайте нас: