Сараға республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге оҫталары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Ойоштороусылар беҙҙең ағинәйҙәрҙе аҫалы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү өсөн саҡырҙы. Әлшәйҙәр унда туҡыу станоктары алып барҙы һәм теләге булғандарҙың бөтәһен дә ошо кәсеп нескәлектәренә өйрәтте. Шулай уҡ беҙҙең ағинәйҙәрҙең декоратив-ҡулланма ижад әйберҙәренең бай күргәҙмәһе, һәр ваҡыттағыса, сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте.
- Борай районы ҡатын-ҡыҙҙарына һәм семинар ҡунаҡтарына беҙҙең балаҫтар ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли биҙәүестәр - күкрәксәләр, мәрйендәр, алҡалар ҙа бик оҡшаны. Семинарҙа үҙебеҙ өсөн дә файҙалы мәғлүмәт алдыҡ – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн баш кейемдәре – ҡалпаҡ һәм таҡыя тегергә өйрәндек. Үҙ төбәгенең боронғо милли кейемдәрендәге оҫталарҙың сығышы айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды, - ти райондың баш ағинәйе Рәйсә Мөфтиева.