Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2020, 15:05

Аҡ кейеҙгә баҫһам...

Берәүҙәр кейеҙҙән быймалар һәм ҡаталар баҫа, икенселәр ысын сәнғәт әҫәрҙәренә тиң нәфис әйберҙәр, картиналар яһай.

Улар араһында бәләкәй генә уйынсыҡтар, сувенирҙар һәм биҙәнгестәр яһаусы оҫталар ҙа бар. Раевка ауылынан Фирҙәүсә Нәбиуллина ошо әйберҙәрҙең барыһын да сынъяһау итеп эшләп ҡуя.

Фирҙәүсә Закирйән ҡыҙы кейеҙ баҫыу менән бер нисә йыл элек шөғөлләнә башлаған. Быға тиклем кейемдәр теккән, бәйләм бәйләгән, сигеү эштәре менән ҡыҙыҡһынған. Әммә кейеҙ баҫа башлағас, был тап шөғөлдөң тап уның кәсебе икәнен аңлаған. Өҫтәүенә материал эҙләргә лә кәрәкмәй, ишек алдында ана күпме һарыҡ йүгереп йөрөй! Кейеҙ баҫыу түңәрәгенә йөрөү һәм интернетта оҫталарҙың кәңәштәрен тыңлауҙы һанамағанда, был кәсепкә ул бер ҡайҙа ла махсус өйрәнмәгән. Оҫта ҡуллы ханым тураһында хәбәр тиҙ тарала һәм тиҙҙән Фирҙәүсә Закирйән ҡыҙын Пионерҙар йортона саҡыралар, ул унда балаларға бер нисә йыл түңәрәк алып бара. Күптән түгел ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә ҡушыла. Хәҙер Әлшәй оҫталарының бер генә күргәҙмәһе лә ул яһаған кейеҙ әйберҙәрҙән башҡа үтмәй. Оҫтаның эштәре араһында бейәләйҙәр, тапочкалар, панно, муйынсалар, төрлө сувенирҙар бар. Әлшәй районы гербы һүрәтләнгән эше үҙе ни тора! Фирҙәүсә Закирйән ҡыҙы ҙур теләк менән балаларға һәм өлкәндәргә оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.

- еҙҙең халыҡ борон-борондан кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнгән. Был кәсепте һис тә юғалтырға ярамай. Кейеҙ әйберҙәр йылы һәм матур ғына түгел, тәбиғи материал булараҡ, дауалау үҙенсәлектәренә лә эйә. Кейеҙ быуындарҙы дауалай, хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә. Ул физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да йылы материал, - ти оҫта.

Ысынлап та, кейеҙ баҫыу –үҙ халәтеңде асыуҙа яҡшы алым ул. Сөнки халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән был шөғөлөндә быуаттар буйы һаҡланған ҙур тәжрибә, көслө энергетика тупланған.

Читайте нас: