Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2020, 14:20

“Сәләмәт булһаң, йәшәүе күңелле!”

Әбдрәшит ауылы китапханаһында шундай сара үтте.

Китапханасы Венера Әғҙәм ҡыҙы Сәхәүетдинова китап уҡыусыларға һаулыҡтың төп факторҙары – хәрәкәт итеү, сынығыу, туҡланыу, режим, шәхси гигиена тураһында һөйләне. Шулай уҡ алкоголь ҡулланыу, тирә-яҡ мөхит, наркомания кеүек насар күренештәргә лә туҡталып үтте. Блиц-һорау алыу барышында уҡыусылар шәхси гигиена һаҡлаймы, ни өсөн мотлаҡ витаминдар ҡулланырға, БАДтар файҙалымы-түгелме, һағыҙ сәйнәүҙең зыяны һәм тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙың организмға йоғонтоһо тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Артабан саф һауала төрлө уйындар уйнанылар. Сараға йомғаҡ яһап, уҡыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн нимәләр кәрәклеген яҡшы үҙләштерҙе, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Читайте нас: