Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 18:00

Үәт, килештерә, ҡыпсаҡ-асҡарҙар!

Уҙған йыл дауамында районда “Театр тулҡыны” тип аталған фестиваль-конкурс үтте, унда мәҙәни усаҡтарҙың бөтә театр коллективтары ҡатнашты. Сараны йомғаҡлау тантанаһында Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йорто коллективы I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Х. Ибраһимовтың “Башмағым” спектаклен бик матур итеп сәхнәгә сығарған Ҡыпсаҡ артистары ролдәрҙе шул тиклем оҫта башҡарыуҙары, егерменсе быуат башындағы ваҡиғаларҙы еренә еткереп тамашасыларға еткереүҙәре менән айырылып торҙо. Ролдәрҙе Гөлгөнә Татлыбаева, Гөлназ Зәйҙуллина, Фәнис Әхмәҙиев, Ләйсән Ғималетдинова, Гөлнәзирә Ғәлимуллина, Рәсүл Исламов, Фирҙәүес Кәримова, Хәлил Низамов, Роза Зарипова башҡарҙы.

Читайте нас: