Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 13:55

Һау бул, Театр йылы!

Район мәҙәниәт һарайында Театр йылын ябыу тантанаһы уҙҙы.

2019 йыл райондың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаларға бай булды. Әлшәйҙәр театрҙы яратып ҡына ҡалманы, күптәре уның айырылмаҫ дуҫына әйләнде. Йыл дауамында районда “Театр тулҡыны” фестиваль-конкурсы уҙғарылды, унда мәҙәниәт учреждениеларының бөтә ижади коллективтары ҡатнашты. Тантанала ошо сараға йомғаҡ яһалды.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортоноң “Хазина” (режиссеры Фәнзилә Әхмәтова) һәм Казанка ауыл мәҙниәт йортоноң “В гостях у бабушки” театр коллективы (режиссеры Тамара Федорова) I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ҡыҙыл ауылы мәҙәниәт йортоноң “Лик” (режиссеры Лариса Мовсесян) һәм Иҫке Васильевка мәҙәниәт йортоноң “Йәншишмә” (режиссеры Алһыу Сөләймәнова) театр коллективтары II һәм III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.
Себенле ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тамаша” (режиссеры Гөлнур Миңлеғолова) һәм Ҡармыш мәҙәниәт йортоноң “Аҡсарлаҡ” (режиссеры Филүзә Ишмурзина) театр коллективтарына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ жюри тарафынан “Өмөт” номинацияһында Воздвиженка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Виктория” театр коллективы (Гөлшат Бессилина), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында Яңауыл мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” театр коллективынан (режиссеры Гөлнара Хәбибуллина) Ғәйшә Әбделмәнова, “Иң яҡшы авторлыҡ эше” номинацияһында Аксен ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тюна” театр коллективы (режиссеры Алла Ефимова) билдәләп үтелде.
Ә Театр йылына арналған республиканың һәүәҫкәр театр коллективтарының фестиваль-марафоны дипломына Земфира Ситдиҡова етәкселегендәге “Тамаша” башҡорт халыҡ театры лайыҡ булды. Мәҙәниәт министрлығы бүләген һәм рәхмәт хаттарын “Тамаша”ның режиссерына һәм артистарына республика халыҡ ижады үҙәге баш белгесе Тәнзилә Ҡалмурзина тапшырҙы.
Театр йылын ябыу тантанаһы “Тамаша” башҡорт халыҡ театрының шағир һәм драматургы Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле менән тамамланды.
Читайте нас: