Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2020, 15:50

Башҡорт теле йылы концепцияһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Башҡорт теле йылы концепцияһын әҙерләне

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны, республика башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. Йыл программаһы Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй субъекттарында башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа тормошҡа ашырыла. Был хаҡта бөгөн матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һөйләне.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бик күп саралар уҙғарырға тәҡдим ителә. Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә бағышлана, тематик, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторола. Йылдың һәр айының үҙ исеме һәм хештегы бар. Мәҫәлән, ғинуар «Башҡорт теле — дәүләт теле» тип атала, хештег «#дәүләт». Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, социаль селтәрҙә территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттары булдырыла, башҡорт телендәге алтаҡталарҙа, баннерҙар әҙерләүҙә, социаль рекламала хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү эше башлана.
Июнь халыҡ ижады билдәһе аҫтында уҙғарыла һәм «Башҡорт теле — халыҡ теле» темаһына бағышлана, хештег «#фольклор». Ошо айҙа фольклорға ҙур иғтибар бүлеү күҙаллана. Территориаль ҡоролтайҙарға халыҡта башҡорт милли мәҙәниәтенә, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар ойошторорға тәҡдим ителә. Был айҙың бурыстары – урындағы фольклорҙы өйрәнеү, халыҡ уйындарын популярлаштырыу, шәжәрә төҙөү, спорттың этник төрҙәре буйынса ярыштар, тиҙәйткестәр уҡыу, йомаҡтар сисеү буйынса флешмобтар үткәреү, китапханасылар өсөн семинарҙар уҙғарыу, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналған саралар ойошторорға ла тәҡдим ителә. Сентябрь «Башҡорт теле — ижад теле» тип атала, хештег #ижад. Ижади түңәрәктәр, культпоходтар, һәүәҫкәр театрҙар, спектаклдәр күрһәтеү аша телде өйрәнеү ойошторола. Шулай уҡ ғаилә менән йөрөү өсөн йәкшәмбе мәктәптәре асыла. Ноябрь «Башҡорт теле — моңло тел» исеме аҫтында үткәрелә, хештег #музыка. Был айҙа балалар йырҙары район интернет-конкурстары, «Йырлаусы ауыл» сиктәрендә конкурс, Композиторҙар союзынан «Үҙешмәкәр композитор» һәм башҡа саралар уҙғарыла. Һәр тематикаға ҡағылышлы сараларҙы фото һәм видеоматериалдар менән дәлилләргә кәрәк. Методик тәҡдимдәрҙә саралар буйынса тулыраҡ аңлатмалар бирелгән. Бөгөн Башҡорт теле йылының бөтә документтары муниципаль райондарға ебәрелә. Йыл концепцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтына урынлаштырыла.
фото/Pixabay
Читайте нас: