Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ғинуар 2020, 22:30

Аҡ кистәр, аҡ хистәргә сорналып

Район мәҙәниәт һарайында “Аҡ кистәр - аҡ хистәр” тип аталған концерт үтте.

Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙарға сорналып, дәртле көйҙәр, моңло йырҙар, хистәр тулҡынында тирбәлеп, ике сәғәттән ашыу барған был тамашаны бик яратып ҡабул итте әлшәйҙәр. Район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарынан үҙешмәкәр артистарҙың һәр сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты тамашасылар.

Концерт барышында бәхетле билет та уйнатылды, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Көтөлмәгән музыкаль күстәнәстәр ҙә булды. Ут күршеләребеҙ – Дәүләкән районынан “Экспромт” халыҡ инструменталь ансамбле, Илеш районынан ҡунаҡтар, хатта Өфө ҡалаһынан билдәле музыкант Зәйнетдин үҙе килеп тәбрикләне Әлшәй халҡын! Ун биш төрлө башҡорт музыка ҡоралында төрлө көйҙәр сығарған һәм шул уҡ ваҡытта билдәле йырҙарға заманса аранжировкалар яһаусы башҡорт егете ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә залда ултырған һәр тамашасының күңелен яуланы.


Читайте нас: