-5 °С
Ҡар
Фольклор форумы Курган, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан һәм Башҡортостандан халыҡ йырҙарын башҡарыусылар һәм этник музыка ижад итеүселәрҙе Өфө сәхнәһенә йыйҙы. Башҡорт халҡының ҡабатланмаҫ йыр сәнғәтен һаҡлап ҡалырға һәм уны тергеҙергә саҡырған конкурста беҙҙең район данын Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева яҡланы. Беренсе турҙа – “Аҡһаҡ ҡола” эпосынан өҙөк, икенсе турҙа – “Хан ҡыҙы” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, Гөлгөнә Урал ҡыҙы икенсе дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.