Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2019, 23:55

Әлшәйҙә йәнә сәсәндәр майҙан тотто

Ҡобайыр сығарыу һәләте менән уртаҡлашыу, эпик геройҙарҙың тормош ҡанундарын хәтергә төшөрөү өсөн беҙгә Дәүләкән, Бишбүләк һәм әлбиттә, Әлшәй сәсәндәре бер сәхнәгә йыйылды.

Ҡобайыр сығарыу һәләте менән уртаҡлашыу, эпик геройҙарҙың тормош ҡанундарын хәтергә төшөрөү өсөн беҙгә Дәүләкән, Бишбүләк һәм әлбиттә, Әлшәй сәсәндәре бер сәхнәгә йыйылды. Улар араһында инде танылған оҫталар ҙа, йәш ҡобайырсылар ҙа бар ине. Байрамды асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов бына бер нисә йыл районыбыҙҙа ҙур уңыш менән барған һоҡланғыс проекттың ойоштороусыһы, сәсәниә, филология фәндәре докторы, профессор Розалия Солтангәрәеваға рәхмәт белдерҙе. Тантаналы шарттарҙа данлыҡлы яҡташыбыҙға “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға - 100йыл” юбилей миҙалы тапшырылды. Башҡорт халҡының бөйөк сәсәндәре эшен дауам итеүселәргә мәрәжәғәт итеп, Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы бөтә конкурсанттарға уңыштар теләне, тап бына шундай бәйгеләр арҡаһында йылдан-йыл бәйетселәрҙең һәм ҡобайырсыларҙың маһирлығы арта бара, тип билдәләне. Ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ сығыштар күп булды. Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңо аҫтында сәхнәлә йәш сәсәндәр Урал һәм Шүлгән, Һомай һәм Аҡбуҙат, Заятүләк менән Һыуһылыу образдарын һынландырҙы. Тәжрибәле сәсәндәр ҙә ҡыуандырҙы, улар башҡорт фольклор классикаһының эпик әҫәрҙәренән тыш, үҙ ижад емештәре менән дә уртаҡлашты. Ҡобайырсыларҙың “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк конкурсының төп призы – Гран-при был юлы Дәүләкән районынан 67 йәшлек Зөләрәм Снегиреваға бирелде. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, еңеү яуласы – беҙҙең яҡташыбыҙ, ул Бәләкәй Аҡолай ауылында тыуып үҫкән. Ҡасандыр Раевка 1-се урта мәктәбен (хәҙер М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы) тамамлаған. “Башҡорт теленә, халыҡ ижадына һөйөү уға бик күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы, күптән түгел 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитованан күскән. Зөләрәм Рәүеф ҡыҙы ла уҡытыусыһы юлынан киткән һәм бөтә ғүмерен балаларҙы туған телгә өйрәтеүгә арнаған. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында йәш әлшәйҙәр – башҡорт лицейынан Байрас Сәләмов һәм Илвир Рәхмәтуллин, гимназиянан Азат һәм Азамат Раяновтар, 4-се мәктәптән Риана Сәфәрова, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Самира һәм Айгиз Сәмиғуллиндар, хәҙер инде тәжрибәле ҡобайырсылар - Һарыштан Илизә Нәғимова, Яңы Сәпәштән Римма Мәхмүтова, район үҙәгенән Салауат Көҫәпҡолов бар ине. Күп кенә сәсәндәр Розалия Солтангәрәеваның приздарына лайыҡ булды.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: