Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2019, 16:38

Яҡташыбыҙ, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваға – юбилей миҙалы

Хәбәр итеүебеҙсә, Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгенә төрлө йәштәге ҡобайырсылар, сәсәндәр, ауыҙ-тел ижады һәм йыр сәнғәте оҫталары “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк конкурсына йыйылды.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, байрамды асып, сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне һәм бына бер нисә йыл инде беҙҙә ҙур уңыш менән уҙған был һоҡланғыс проекттың инициаторы һәм ойоштороусыһы, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваға рәхмәт белдерҙе. Тантаналы шарттарҙа данлыҡлы яҡташыбыҙға “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалы тапшырылды.

Читайте нас: