Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2019, 17:51

Әлшәй ағинәйҙәре “Гөлөстан”да

Тамашасыларҙа боронғо ҡатын-ҡыҙҙар камзулы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Башҡортстандан 250-нән ашыу кеше ҡатнашҡан милли кейем фестивале “Гөлөстан” тип аталды. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был конкурстың исеме осраҡлы һайланмаған. “Гөлөстан” – сәскәләр иле тигәнде аңлата һәм ул Урал батырҙың беренсе ҡатынының исеме.

Конкурста республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының кейемдәре тәҡдим ителде. Был сағыу дефиле генә булманы. Сарала ҡатнашыусылар тарихи кейемдәрҙе бейеүҙә, башҡорт туйы, рустарҙа аулаҡ өй кеүек ғөрөф-ғәҙәттәрҙә лә күрһәтте.

Әлшәй ағинәйҙәренең сығышы ла күптәрҙе һоҡландырҙы. Улар “Бәпес ҡайтты” тип аталған боронғо йола аша кендек әбейе, ырыуҙың иң өлкән ҡатын-ҡыҙы, йәш әсәнең һәм башҡаларҙың кейемдәрен күрһәтте. Тамашасыларҙа боронғо ҡатын-ҡыҙҙар камзулы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сурай ауылынан Зөбәржәт Ғәбделмәнова өләсәһенең уҙған быуат башындағы был милли кейемен беҙҙең көндәргә тиклем ҡәҙерләп һаҡлаған.

“Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үткәрелгән “Гөлөстан” фестивалендә беҙҙең ағинәйҙәр башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған өсөн махсус номинацияға лайыҡ булды.

Читайте нас: