Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Октябрь 2019, 13:02

Театр йылы штандарты – беҙҙең районда

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һәүәҫкәр театрҙарҙың Театр йылына арналған республика фестивале дауам итә.

Бер райондан икенсеһенә Театр йылы эмблемаһын тапшырыу марафоны күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үтә һәм унда иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә. Бына театр символы беҙҙең районға ла килеп етте.

Дөрөҫөрәге, уны “Тамаша” башҡорт халыҡ театрының һәүәҫкәр артистары Благовещен районынан алып ҡайтты. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең актерҙар күршеләргә буш ҡул менән барманы. Иҫке Илек ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Тамаша” халыҡ театры шағир һәм драматург Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” пьесаһын күрһәтте.

- Пьесаның исеме үк был драманың мөхәббәт тураһында булыуын һөйләй. Унда һуғыш йылдары менән һыналған тоғролоҡ, юғалтыуҙар, айырылыу һағыштары сағылдырыла. Беҙҙең актерҙар үҙҙәре тыуҙырған образдар аша драматик конфликтты, характерҙар ҡапма-ҡаршылығын оҫта күрһәтә алды. Спектаклде благовещендар йылы ҡабул итте, - ти халыҡ театры режиссеры Земфира Ситдиҡова.

Ролдәрҙе Илһам Фазылов, Тәнзилә Зарипова, Айгөл Нуриәхмәтова, Эдуард Фәсхетдинов һәм Инзел Шәғәлиев башҡарҙы. Театр сәнғәтенә һөйөү ниндәй йәштә һәм кем булыуға ҡарамаҫтан, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Ә Театр йылы штандарты, беҙҙең районда булғандан һуң, артабан дәүләкәндәргә тапшырылды. Улар Туфан Миңнуллиндың “Алты ҡыҙға дүрт кейәү” лирик комедияһын күстәнәскә алып килгәйне, спектакль район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҙур уңыш менән үтте.

Читайте нас: