Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июль 2019, 14:11

Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 Балалайка моңона сорналып

Балалар китапханаһында “Донъя халыҡтары әкиәттәрен һәм риүәйәттәрен уҡыйбыҙ” проекты сиктәрендә “Балалайка моңона әкиәттәр” тип аталған театрлаштырылған танып белеү сараһы уҙҙы.

Пионерҙар йортонда тәрбиәләнеүселәр халыҡ әкиәттәре һәм риүәйәттәре донъяһына сәйәхәт ҡылды. Уны ҡыҙыҡлы итеп үтергә Өфө сәнғәт училищеһы студенты, музыкант-балалайкасы Игорь Грачев ярҙам итте.

Балалайка ҡылдарын сиртеү менән йыйылыусылар халыҡ көйҙәре, әкиәттәре һәм риүәйәттәре донъяһына сумды. Уларға “Әпипә” бейеүе көйөнөң барлыҡҡа килеү тарихы бәйән ителде. Күңелле көйҙө йәһүд халҡының һағышлы көйҙәре алмаштырҙы. Алып барыусылар йәһүдтәр еребеҙҙә йәшәгән иң боронғо халыҡтарҙың береһе булыуы тураһында һөйләне. Бик күп һынауҙар үтергә тура килеүенә ҡарамаҫтан, улар үҙ мәҙәниәтен, телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала алған.

Өҫтәлдә күрһәтелгән тамашала кескәйҙәр ике тин аҡса тураһындағы йәһүд халыҡ әкиәтен ҡараны. Балалайка моңо ағыла. Дәртле көй барыһын да алыҫ Америка тарафтарына алып китте. Сарала ҡатнашыусыларға аҡ күскенселәр, ике алдаҡсы һәм уйлап сығарыусы тураһында “Серәкәйҙәр, айыуҙар һәм бизондар” исемле күңелле әкиәти тамаша тәҡдим ителде.

Америка кантрийын рус кадриле менән алмашынды, ут һүнде һәм “тылсымлы фонарь” ҡабынды. Экранда күләгәләр барлыҡҡа килде һәм тамашасылар хәйләкәр төлкө һәм зирәк ҡор тураһында "Төлкө һәм ҡор" рус халыҡ әкиәте донъяһына барып инде.

Дәртле Испания көйө яңғыраны, күләгәләр театрын ҡурсаҡ театры алмаштырҙы. Бөтәһе лә “Нисек крәҫтиән ике сеньорҙы төп башына ултыртҡан” тигән испан әкиәтендә тапҡыр крәҫтиәндең нисек ауыр хәлдән сығыуын иғтибар менән күҙәтте.

Донъя халыҡтары әкиәттәре бик күп, китап һәм театр мөмкинлектәре сикһеҙ. Әгәр уларҙы берләштерһәң, әкиәтте тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итергә була. Рус халыҡ йырын данға күмеп, балалайка тауышы яңғырай. Ә бит ул көндө был музыка ҡоралы донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләргә лә ярҙам итте.

Әкиәттәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ итергә ярҙам иткән талантлы музыкант Игорь Грачевҡа һәм уның ярҙамсылары Арина Еске, Антон Малый һәм Саша Грачевҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Елена ПИКАЛОВА,

район китапханаһы директоры урынбаҫары.

Читайте нас: