Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Май 2019, 14:28

Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә - Ҡыпсаҡ-Асҡар театр коллективы

Районда театр коллективтарының “Театр тулҡыны” тип аталған фестиваль-конкурсы бара.

14 майҙа социаль-мәҙәни үҙәктә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәҙәниәт йорто театр коллективы Х. Ибраһимовтың “Башмағым” спектакле премьераһын сәхнәгә сығарҙы. Әйтергә кәрәк, Гөлгөнә Татлыбаева етәкселегендәге был коллектив театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе яңынан-яңы тамашалары менән ҡыуандырып тора. Айырыуса “Ҡыҙ урлау”, “Һипкелле ҡыҙ”, “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Париж егете Әлфәнис” спектаклдәрен халыҡ яратып ҡабул итте.

“Башмағым” спектаклендә төп ролдәрҙе Гөлгөнә Татлыбаева, Гөлназ Зәйҙуллина, Фәнис Әхмәҙиев, Ләйсән Ғималетдинова, Гөлнәзирә Ғәлимуллина, Рәсүл Исламов, Фирҙәүес Кәримова, Хәлил Низамов, Роза Зарипова бик килештереп уйнаны. Тауыш режиссеры – Фәнзилә Әхмәтова. Һәүәҫкәр актерҙар образдарҙың характерын бар асылы менән күрһәтә алды, уларҙың сәхәнәлә үҙ-үҙен тотошона, артистарса оҫталығына,костюмдарының матурлығына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Тамашасылар ҙа Ҡыпсаҡ-Асҡар артистарын бик оҙаҡ көслө алҡыштар менән тәбрикләне.

Читайте нас: