Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2019, 14:57

“Дим ынйылары” – Бишбүләк сәхнәһендә

Башҡорт фольклор коллективтарының ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә “Тылсымлы моңдар” республика фестивалендә Себенле мәҙәниәт йорто коллективы лауреат дипломына лайыҡ булды.

Бишбүләк сәхнәһендә иң көслө коллективтар төрлө фольклор жанрҙарын: әйтеш, йыр, бейеү, музыка ҡоралдары, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, милли уйындар тәҡдим итте. Себенле мәҙәниәт йортоноң “Дим ынйылары” башҡорт фольклор коллективы (етәксеһе Элиза Нәғимова) халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, уйындар, мамыҡ шәл бәйләүҙе күрһәтеп, II дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
Фестивалдә ҡатнашыусылар шунда уҡ ойошторолған халыҡ ижады күргәҙмәһен ҡараны һәм оҫталарыбыҙ – Бәләкәй Аҡҡолайҙан Зәкирә Воронцова һәм Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Минзилә Муллағолованың аҫалы балаҫтары менән һоҡланды.
Читайте нас: