Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2019, 14:29

Фестиваль халыҡ мәҙәниәте сағылышы булды

Предприятиелар, ойошмалар һәм ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары араһында республиканың 100 йыллығына арналған район смотр-конкурсы гала-концерт менәнт тамамланасаҡ.

Үҙешмәкәр халыҡ ижадының иң яҡшы традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында үткәрелгән был ҙур юбилей фестивале мәҙәниәт эстафетаһы рәүешендә ойошторолдо һәм 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Бер нисә ай дауамында мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә райондың фольклор коллективтары, бейеүселәр, вокалсылар, шиғыр һөйләүселәр һәм музыканттар күтәрелде, халыҡ ижады ынйылары үҙ таланты менән балҡып, башҡорт, татар, рус, сыуаш фольклор йолалары, байрамдар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм уйындар күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, фестиваль ысын мәғәнәһендә халыҡ мәҙәниәте сағылышы булды.

- Бөтә сығыштар ҙа сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ине. Бигерәк тә Казанка, Торонтайыш, Ҡармыш, Себенле, Никифар, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Шафран, Ниғмәтулла, Ҡыҙыл, Әбдрәшит, Ибрай ауыл биләмәләре колективтарын билдәләп үтке килә. Улар үҙешмәкәр сәнғәттең бөтә жанрҙарын күрһәтергә тырышты, ҡатнашыусыларҙың күп булыуы, матур сәхнә кейемдәре менән айырылып торҙо, улар үҙ ауылдарының бик күп һәләтле кешеләрен сараға йәлеп итә алған, - ти жюри рәйесе Тәнзилә Зарипова.

Танылған фольклор, вокаль ансамблдәр менән бер рәттән, сәхнәгә инструменталь коллективтар ҙа сыҡты. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан балаларҙың ҡумыҙсылар ансамблен, Сурайҙан халыҡ музыка ҡоралдары һәм сәсәндәр ансамблен, Торонтайыш һәм Балғажы ауылдары гармунсыларын, Яңауыл мәҙәниәт йорто инструменталь коллективын, талантлы музыканттар – ҡурайсылар Венер Сәйфетдинов (Ғәйнәямаҡ ауылы), Алик Хәбибуллин (Иҙрис ауылы), Илдар Садиҡов (Зеленый Клин), флейтасы Сыңғыҙ Иҙрисов (Аксен) һәм ҡумыҙсы Светлана Сәйетованың (Иҙрис ауылы) сығыштарын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды. Түбән Әүрездән иң өлкән ҡатнашыусы, 87 йәшлек тальянсы Шакир ағай Хәйруллиндың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

Балалар һәм ғаилә дуэттары, Себенле, Ҡармыш, Аксен, Әбдрәшит, Ҡыпсаҡ-Асҡар һәм Яңауыл мәҙәниәт усаҡтары бейеүселәренең сығыштары фестивалгә йәм өҫтәне.

“Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” яңы исемдәр, яңы таланттар асты һәм райондың әйҙәүсе ижади коллективтары маһирлығын йәнә иҫбатланы. Ә иң яҡшы сығыштарҙы тамашасылар гала-концертта күрә аласаҡ, ул мәҙәни эстафетаның йомғаҡлау этабы буласаҡ.

Аҡҡолайҙарҙың “Төйлән” коллективы сәхнәгә сығарған “Башҡорт балаҫы”, Себенле артистарының “Күстәнәс сәйе” һәм ниғмәтуллаларҙың “Ҡаҙ өмәһе” тамашалары смотр-конкурстың онотолмаҫ миҙгелдәре булды. Никифар ауылының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары “Туй йолаһы”н (һүрәттә) күрһәтте.


“Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” смотр-конкурсының гала-концерты 22 мартта район мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.

Башлана - 15 сәғәттә. Инеү ирекле.

Читайте нас: