Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Ясно
Мәҙәниәт
15 Марта 2019, 06:55

Афарин, егеттәр!

“Дарман” халыҡ ансамбле ирҙәр вокаль коллективтарының тәүге республика конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Сара Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Уның маҡсаты – ир-егеттәрҙең хорҙа һәм ансамблдә йыр башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм популярлаштырыу.

“Ир-егеттәр нимә тураһында йырлай?” тип аталған ижади бәйгелә республиканың 32 коллективы ҡатнашты. Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгенән “Дарман” халыҡ ансамбле (етәксеһе Алик Ғәбделмәнов) “Ирҙәр вокаль ансамблдәре” номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Читайте нас