Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ғинуар 2019, 15:48

“Башҡортостан тарихы биттәре”

Өфөлә республика муниципаль берәмектәр марафоны сиктәрендә Әлшәй районының концерт-презентацияһы уҙҙы.

Республикала муниципаль берәмектәрҙең “Башҡортостан тарихы биттәре” тип аталған фестиваль-марафон уҙғарыла, ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнала.
2018 йыл дауамында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары презентациялары үткәрелде. Быйыл да ҙур форум дауам итә һәм муниципалитеттарға үҙҙәренең социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын һәм тарихи-мәҙәни потенциалын күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. 23 ғинуарҙа ижади марафон эстафетаһын беҙҙең Әлшәй районы ҡабул итте. Башҡорт дәүләт филармонияһының колонналар залында һәм фойеһында ҙур күргәҙмә ойошторолдо, ул ҡала һәм район тарихын, иҡтисад, спорт, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарҙы сағылдырҙы. Делегация 200 кешенән торҙо.
Байрам ҡунаҡтары милли аш-һыу ризыҡтарын ҙур теләк менән тәмләп ҡараны, районда етештерелгән продукцияны һатып алды.
Районды презентациялауға киң билдәле яҡташтарыбыҙ, Әлшәй районының почетлы граждандары, дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, төрлө тармаҡтар эшсәндәре һәм юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды.
Сарала абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте баш советнигы Арыҫлан Шаһаретдинов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, башҡорт ғалимы-филолог, шағир һәм публицист Рәшит Шәкүр ҡатнашты.
Читайте нас: