Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2019, 12:38

Театр сәнғәте серҙәрен астылар

Күптән түгел Раевка ауылы социаль приютында тәрбиәләнеүселәр балалар китапханаһында булды.

Улар өсөн “Театрҙа ҡунаҡта” тип аталған театр сәғәте ойошторолдо.

Балалар театр сәнғәте тарихын, тәүге театрҙарҙың Боронғо Грецияла уҡ барлыҡҡа килеүен, рус императоры Петр I заманында Рәсәйҙә театрҙы “феатр” тип йөрөтөүҙәрен һәм башҡа мәғлүмәт алды. Быларҙың бөтәһен дә белергә “Театр магияһы” күргәҙмәһе китаптары ярҙам итте.

Артабан ҡунаҡтар өсөн ҡатырғанан театр ҡурсаҡтары яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде һәм “Күмәскәй” рус халыҡ әкиәте буйынса күңелле тамаша күрһәтелде. Был саранан бер кем дә ситтә ҡалманы, һәр кем артист булып уйнарға тырышты.

Театр сәғәтендә балалар белемдәрен тулыландырҙы, бүләккә ҡурсаҡтар алды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре артабан да йәш китап уҡыусыларҙы театр сәнғәте серҙәре менән таныштырыуын дауам итер.

Елена ПИКАЛОВА,

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры урынбаҫары.