Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2019, 12:33

Ижади коллективтар сығыш яһай

Район ойошмалары, предприятиелары һәм ауыл биләмәләре араһында үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары смотр-конкурсы дауам итә.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған был ҙур мәҙәни сарала Яңы йылға тиклем Казанка, Торонтайыш, Ташлы, Ҡармыш, Себенле, Түбән Әүрез, Мәндән, Аксен, Воздвиженка, Ғәйнәямаҡ һәм Никифар ауыл биләмәләре коллективтары ҡатнашты.

Ғинуарҙа смотр-конкурс Ҡыпсаҡ-Асҡар, Зеленый Клин, Шафран һәм Ыҫлаҡ ауыл биләмәләренең ижади коллективтары сығышы менән дауам итте. Ауыл артистары үҙ талантын күрһәтеп, тамашасыларға шатлыҡлы минуттар бүләк итте. 31 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Ниғмәтулла һәм Раевка ауыл Советтарының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыш яһаясаҡ.

Читайте нас: