Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ғинуар 2019, 16:40

Иҫке Яңы йылды ҡаршы алдылар

Район үҙәгенең Совет майҙанында Иҫке Яңы йылды ҡаршылауға арналған байрам сараһы уҙҙы.


Йыйылған халыҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм йылдың 12 символы менән бергә рәхәтләнеп бейеп, күңел асты.

Майҙанда социаль-мәҙәни үҙәк артистары, Раевка балалар сәнғәт мәктәбенең вокаль коллективы һәм "Забава" рус халыҡ йырҙары ансамбле башҡарыуында барыһы ла яратҡан йырҙар яңғыраны.
Әлшәйҙәрҙе байрам менән Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Михаил Тимасов ихлас ҡотлап, йыйылыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм изгелек теләне.

Читайте нас: