Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2018, 12:41

Вася «Баста» – башҡорт ҡыҙының фанаты

Талбазы ҡыҙы Рушана Вәлиева “Голос. Перезагрузка” шоуының ярым финалына үтте.

Был юлы ул “Король һәм шут” төркөмөнөң йырын башҡарып, тамашасыларҙың һәм баһалама ағзаларының һөйөүен яуланы. 93,7 процент тауыш йыйып, Рушана ышаныслы рәүештә ярымфиналда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Остазы Сергей Шнуров Толбазы ҡыҙының вокаль мөмкинлектәрен бик юғары баһалай. Ә йырсы Вася “Баста” Рушананың ижадының фанаты булыуы хаҡында белдерҙе.



Бөгөнгө көндә Рушана Вәлиева – Мәскәү Иҡтисад юғары мәктәбенең ғәмәли математика факультеты студенты.


Читайте нас: