Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2018, 11:27

Яҡташтарын алҡыштарға күмде әлшәйҙәр

Әлшәй районында тыуып үҫеп, хәҙер үҙҙәренең таланттары менән бөтә республиканы данға, йәмгә күмеп йәшәгән шәхестәре лә күп төбәктең.

Яҡташтар менән осрашыу — үҙе бер ғүмер, үҙе оло илһам сығанағы. Яңыраҡ Раевка ауылының мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, композитор һәм йырсы Наил Шәймәрҙәновтың күркәм юбилей концерты үтте. Йөҙҙән ашыу йыр авторының халыҡ араһында киң танылыу яулаған “Аҡ болоттар”, “Бәхеттә, шатлыҡта” тигән йырҙарын иҫкә төшөрөү ҙә етә торғандыр. Кисәне башҡорт һәм татар эстрадаһының киң танылған артистары йәмләне, юбилярҙың моңло йырҙарын тамашасыларға бүләк итте.