Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Октябрь 2018, 13:29

Бергәләп йырлайыҡ, бергәләп ярҙам итәйек!

Зарема Әйүпова хәйриә концертына саҡыра

Талантлы яҡташыбыҙ, үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы Зарема Әйүпованың йырҙарын күптәр беләҙер һәм тыңлайҙыр, моғайын. Күңелдәргә үтеп инерлек, мөхәббәт, дуҫлыҡ, тыуған яҡ матурлығы тураһында лирик йырҙар моңлолоғо менән әсир итә.
Зарема Әйүпова үҙенең шиғырҙарына ғына түгел, башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына ла көйҙәр яҙа. Уның йырҙары, бөгөн улар өс йөҙҙән ашыу, республикабыҙҙың, шулай уҡ Татарстандың бик күп популяр йырсыларының репертуарында лайыҡлы урын алды. Ә күптән түгел Зарема Әйүпованың “Аҡсарлаҡ” тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы ла донъя күрҙе.
Әммә Мәндән ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың тормош юлы һикәлтәһеҙ генә булмай..
-90-сы йылдарҙа беҙ Өфөлә йәшәнек, күптәр кеүек үк, мин дә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләндем. 2000-се йылдар башы минең яҙмышымдың фажиғәле һәм киҫкен һынылыш осоро булды. Мин бизнесымды юғалттым, унда бөтә аҡса индерелгән ине, ике йылдан һуң ирем вафат булды һәм мин ике бала менән урамда тиерлек тороп ҡалдым. Күп ауырлыҡтар аша үтергә, балаларҙы үҫтереү, үҙемә аяҡҡа баҫыу өсөн бик ныҡ тырышырга тура килде, - ти Зарема Ғилметдин ҡыҙы.
Ғүмеренең иң ауыр мәлендә ул ижадта йыуаныс таба. Бер мәл күңел түренән сихри моң ағыла башлай, иҫ киткес матур шиғыр юлдары тыуа. Шул ваҡыттарҙан һуң ун ете йыл үтеп киткән. Бөгөн Зарема Әйүпова бик популяр, йырҙары ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрҙә яңғырай, уларҙы тыңлайҙар һәм яраталар, шулай уҡ уңышлы эшҡыуар ҙа, ғаилә тормошонда ла бәхетле. Һәм ижад емештәре менән шатландырыуҙан тыш, айырыуса мохтаждарға ярҙам итеү мөмкинлеге лә бар.
Әлшәй районында хәйриә концертын ойоштороуҙы сәхнәләш коллегалары, фекерҙәштәре Ришат Ғәлиханов, Гөлшат Арыҫланова, Миңленур Сәйетова, Гөлназ Биктимерова, Дамир Хәсәнов хупланы. Концерттан йыйылған аҡса Раевка ауылының социаль приютында тәрбиәләнгән балаларға тапшырыласаҡ.
Ҡәҙерле яҡташтар, әлшәйҙәр! Һеҙҙе концертыбыҙҙа күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ. Килегеҙ! Яратҡан йырҙарыбыҙҙы бергәләп йырларбыҙ, балаларға бергәләп ярҙам итербеҙ! – ти Зарема Әйүпова.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Хәйриә концерты 19 октябрҙә Раевка ауылының социаль-мәҙәни үзәге сәхнәһендә була. Башлана – 19 сәғәттә. Билет хаҡы – 250 һум. Реклама
Читайте нас: