Ирекле ижад һәм күршеләрсә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре менән дан тотҡан “Ата-бабалар ере” фестивале Рәсәй һәм Башҡортостандың күп милләтле халыҡтары дуҫлығын нығытыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында йылына ике тапҡыр уҙғарыла.
Быйылғы ҙур күләмле мәҙәни сарала республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, ә Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан да солистар, бейеүселәр һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнашты. Фестивалдә башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мордва һәм украин халыҡтары мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре тәҡдим ителде. Ә беҙҙең районыбыҙ данын “Дарман” ирҙәр башҡорт халыҡ вокаль ансамбле яҡланы. Әлшәй вокалсылары II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.