Быуындар бәйләнеше һәм күсәгилешлелекте сағылдырған был тантанаға йәше лә, ҡарты ла, яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәр, күп йылдар бергә ғүмер кисергән парҙар йыйылды. Сара балалар коляскалары этәргән бәхетле әсәләр парадынан башланды. Һәм был аңлашыла ла – быйыл ауылда алты сабый донъяға килгән, тағы ла ике ғаилә шатлыҡлы мәлде көтә.
Урамда ғына түгел, сағыу, бай күргәҙмә ойошторолған клуб эсендә лә йәнлелек хөкөм һөрҙө. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре фойены тәрбиәләнеүселәренең ижади эштәре менән биҙәгән. Балаларҙың тәбиғи материалларҙан эшләгән әйберҙәре янында ебәк туҡыманан картиналар, сәйләндән сигелгән эштәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итеп торҙо, күргәҙмәне“Ағинәй” клубының ҡул эштәре оҫталары Рәмзилә Искәндәрова менән Фәнүрә Ғәниева биҙәне. Байрамға килгән ҡунаҡтар урындағы оҫта Фаил Вәлиәхмәтовтың ижад емештәренә хайран ҡалды, ағастан семәрләп эшләнгән был сувенирҙарға сәғәттәр буйына һоҡланырға мөмкин ине...
Был көндө ауылдың хөрмәтле кешеләре – хеҙмәт һәм тыл ветераны Хәлимә Мөхәмәт ҡыҙы Мөфтиева, быйыл уға 92 йәш тулған һәм 91 йәшлек Ғәйшә Әхмәтйән ҡыҙы Ғибаҙуллина иғтибар үҙәгендә булды. Ауылдың иң өлкән ҡатын-ҡыҙҙары хөрмәтенә “Ағинәй” клубы активистары концерт номерын бағышланы һәм уларға аҡ яулыҡ бүләк итте.
Шулай уҡ бер нисә тиҫтә йыл татыу ғүмер кисергән юбиляр ғаиләләрҙе лә ҡотланылар. “Бәхетле ҡартлыҡ”, “Күп балалы ғаилә”, “Ғаиләлә беренсе бала”, “Атай - ғаилә башлығы”, “Оҫта ҡуллы атай” номинациялары еңеүселәренә ауылда уҙған сараларҙың даими бағыусылары Нияз Алтынғужин һәм Ринат Зарипов әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Социаль-мәҙәни үҙәк артистары Илгиз Шәүәлиев, Алиса Ғәлимова, Наилә Шәрипова, Нияз Ғиззәтуллин, Рим Сафин һәм Фаил Һәүбәновтың сығыштары тамашасыларға матур бүләк булды.
Сара аҙағында Иҙрис клубы мөдире Рәйсә Мөфтиева бөтәһенә лә яҡындары тураһында хәстәрлек күреүҙәрен, уларҙың ҡәҙерен белеүҙәрен һәм ғаиләнең һәр кем өсөн тормоштоң тылсымлы символы булыуын онотмауҙарын теләне.
Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәге методисы.