Улар араһында тап хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яңы тормош башлауҙарын раҫлаусылар күп. Кемдер үҙен сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм спортҡа, кемдер ижадҡа, икенселәре төрлө мауығыуҙарға бағышлай.
Берәүҙәр ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төркөмдәргә һәм клубтарға берләшә, башҡалар хәйриә эше менән шөғөлләнә, өсөнсөләр урындарҙа төрлө башланғыстарҙы күтәреп сыға, ауылдарҙы төҙөкләндерә. Ә ҡайһы ваҡыт быларҙың барыһы ла бер юлы алып барыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙерге пенсионерҙар әүҙем генә түгел, креатив та һәм кәрәкле лә була бара. Үҙ эшен мауығыуға әйләндереүселәр ҙә бар.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәше тураһында һөйләү бик килешмәһә лә, Гөлнур Муллагилдина уны йәшермәй. Бер нисә айҙан уға 70 йәш тула. Ә уның маһирлығы, тәжрибәһе һәм абруйы һаман да кәрәк әле. Элек совхозда бухгалтер булып эшләп, ҙур хеҙмәт стажы туплаған Гөлнур апай бөгөн инде эшләүсе пенсионер ғына түгел. Уның мауығыуы яратҡан эшенә әүерелгән. Бына бер нисә йыл инде Гөлнур Хаммат ҡыҙы Зеленый Клин ауыл клубы мөдире вазифаһын башҡара. “Замана” фольклор коллективының иң оҫта бейеүсеһе лә, “Ағинәй” район клубы активисы ла ул. Сәхнәгә сыҡҡан һайын Гөлнур апай, бөрйәндәргә генә хас үҙенсәлекле хәрәкәттәр менән башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдыра.
Өҙҙөреп уйнаған гармун тауышын ишетеү менән ауыртыуҙар ҙа, нисә йәштә булыуың да, мәшәҡәттәр ҙә онотола, йөрәк бит һис тә ҡартаймай, ти йылмайып бейеүсе. Бына ул башын ғорур күтәреп, аҡҡоштай талпынып бейергә төшөп китә һәм бөтә донъяһын онотоп, көй-моң даръяһына сума...