Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2018, 14:46

Гөлфиә Юнысованың юбилейына ҡарата Матурлыҡ. Изгелек. Мөхәббәт.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның тыуған ауылы Һарышта яҡташтарҙың сираттағы осрашыуы – шиғриәт байрамы уҙҙы.
Сараны үткәреү өсөн иң матур урын – гүзәл Дим йылғаһы буйы һайланды, унда ауыл халҡы, яҡташтар ғына түгел, абруйлы ҡунаҡтар, күрше ауылдарҙан шиғриәт һөйөүселәр йыйылды. Был юлы беҙ осрашыуҙы “Матурлыҡ. Изгелек. Мөхәббәт” тип атаныҡ. Һәм ул, әлбиттә, яратҡан шағирәбеҙ, яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижадына арналды.
Байрамыбыҙ ауылдашыбыҙ Мансур хәҙрәт фатихаһы менән башланып китте. Себенле ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Владик Миңлеғәлиевтың һәм район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтовтың йыйылған халыҡты сәләмләп, байрам менән ҡотлап үтеүе сарабыҙға мәртәбә өҫтәне. Йөрәктән сыҡҡан иң йылы тәбрикләү һүҙҙәре, әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова хөрмәтенә яңғыраны.
Был матур сарала шиғри күңелле бик күп ауылдаш-яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Талантлы шағирәбеҙҙең шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙән Люциә Хәкимова, Илиза Нәғимова, Альмира Кашапова, Альбина Миһранова, Фәриҙә Вәлиәхмәтова, Гөлнәзирә Ғәлимуллина, Зәйтүнә Даянова һәм балалар – Әҙилә Яруллина, Ильнара һәм Ильназ Ибраһимовтарҙың сығыштары бик оҡшаны.
Шиғриәт байрамы талантлы шағирәнең шиғырҙарына ижад ителгән йыр-моң менән үрелеп барҙы. Себенле мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” вокаль ансамбле, Гөлнур Миңлеғолова, Сажидә Сайранова, Сәлимә Әхмәҙуллина, Гөлгөнә Татлыбаева, Айгөл Батталова һәм Альбина Әминеваларҙың моңло йырҙары сараға йәм өҫтәне. Ут күршеләребеҙ – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор ансамбле сығышы байрамыбыҙҙың сағыу бер биҙәге булды.
Ауылыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Шәрипова Зәйнәб Ғәни ҡыҙы шағирәгә яҡынлашып килгән юбилейы айҡанлы ауылдаштарының ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләктәрен тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре лә Гөлфиә апайҙың ҡулынан зауыҡлы, матур бүләктәр алып ҡыуанды. Гөлфиә апайҙың килендәре: Минзәлә Юнысова, Земфира Юнысова һәм Зәмирә Шәңгәрәева, өҫтәл тулы һый-ниғмәт әҙерләп, байрамға йыйылыусыларҙы тәмле былау, хуш еҫле ҡайнар сәй менән һыйланы. Район мәҙәниәт йортонда эшләүсе оҫта баянсыбыҙ Артур Шәйәхмәтов сараны музыкаль яҡтан биҙәне. Күңелле, дәртле баян моңона еңгәләр, килендәр рәхәтләнеп бейене.
Йәмле Дим буйында ойошторолған шиғриәт байрамы күңелле һәм бер үк ваҡытта хис-тойғоларға бай булды. Әйткәндәй, ифрат та ихлас күңелле Гөлфиә апай булған ерҙә һәр ваҡыт шулай. Матур байрам йыйылыусыларҙың һәммәһендә онотолмаҫ, сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Танылған шағирәнең матурлыҡты күрә белергә, тик изге эштәр генә эшләргә өндәгән, тыуған төйәгенә, тәбиғәткә, ауылдаштарына һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙары һәм йырҙары йөрәктәребеҙгә йәнә илһам-дәрт өҫтәне.
Был сараның ойоштороусыһы булараҡ, мин ауылдашым – байрамыбыҙҙың бағыусыһы Юнысов Рифмир Тәлғәт улына һәм уның ғаиләһенә ауылдаштар исеменән сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәм.
Зөлфирә ШӘРИПҠОЛОВА,
Себенле ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: