Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Август 2018, 18:07

Онотолдо бөтә мәшәҡәттәр

Күптән беҙҙең Ярташлы ауылында бындай күңелле сараның үткәне юҡ ине.

Район мәҙәниәт һарайының мәҙәни-агитация бригадаһы килгән көндө бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәрен бер аҙға онотоп, ауыл халҡы концертҡа ағылды. Ә килә алмағандары Әлшәй таланттары сығышын үҙ ихатаһында тыңлап ҡыуанды. Күңелдәргә үтеп инерлек моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡыҙыҡ-мәҙәктәр барыһының да күңеленә хуш килде. Беҙ концерт ҡарап ҡына ултырманыҡ, артистарға ҡушылып йырланыҡ та, тыпырҙатып бейергә лә төштөк.

Һоҡланғыс концерт өсөн ойоштороусыларға һәм артистарға ҙур рәхмәт.

Гүзәл АХУНОВА,

ауыл старостаһы.

Читайте нас: