Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Июль 2018, 12:52

Йыр һәм хеҙмәт һәр саҡ йәнәшә

Ошо көндәрҙә район социаль-мәҙәни үҙәгенең агитация-мәҙәни бригадаһы концерт менән бәләкәй ауылдарға йөрөй.

Район үҙәгендә, ауыл мәҙәниәт йорттарында йыш ҡына концерттар уҙа, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәрен бер аҙ онотоп тороу һәм рәхәтләнеп ял итеү өсөн ауыл эшсәндәре унда ҙур теләк менән йөрөй.

Ошо көндәрҙә район социаль-мәҙәни үҙәгенең агитация-мәҙәни бригадаһы концерт менән бәләкәй ауылдарға йөрөй. Ибрай һәм Линда ауылдары халҡы Әлшәй йырсылары һәм бейеүселәренең оҫталығын юғары баһаланы ла инде.

- Бындай сығыштар августа ла дауам итәсәк, - ти агитбригада етәксеһе Айгөл Нуриәхмәтова. – Йәйҙең һуңғы айының беренсе көнөндә концерттар Мырҙағолда һәм Ярташлыла, 2 августа – Үрнәктә, 4-ендә Ташкисеүҙә уҙасаҡ. 5 августа Ҡаран ауылы халҡын концертҡа саҡырабыҙ. 15 августа – Дим ауылында, 16 августа Хәнйәр һәм Биксағолда сығыш яһаясаҡбыҙ. 22-һендә беҙҙең бригада - Айҙағолға, 23-өндә Сурайға барасаҡ.


Читайте нас: