Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2018, 11:13

Барса халыҡ ял итте – һабантуй гөрләп үтте

Быйылғы һабантуй ҙа шаулап-гөрләп үтеп китте!

Шәмбе көн һалҡын һәм ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев исемендәге майҙанға халыҡ күп йыйылды. Һабан байрамының сағыу бер биҙәге булған тирмәләр, сауҙа рәттәре, матур итеп биҙәлгән сәхнә һәм спорт майҙансыҡтары алыҫтан уҡ үҙенә тартып торҙо.

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы йола буйынса икмәк-тоҙ, милли ризыҡтар һәм йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Улар араһында республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары И. И. Сураков, БР йәмәғәт именлеге ведомство-ара Советы секретары А. А. Касьянов, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы С. Ф. Харрасов, БР Башлығы хакимиәтенең урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлеге мөдире – идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары И. Ф. Саньяров, билдәле яҡташтарыбыҙ: республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты В. А. Пчелинцев, “Россельхозцентр” филиалы етәксеһе Р. С. Кираев, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе советнигы Ә. М. Сәмерханов, республиканың атҡаҙанған артисы Н. Ә. Шәймарҙанов һәм башҡалар бар ине.

Сағыу милли кейемдәрҙәге фольклор коллективтары һәм балаларҙың күңелле йыр һәм бейеүҙәре, спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Әлшәйҙәргә яҡташыбыҙ Наил Шәймарҙанов “Башҡортостан” йырын башҡарһа, Сибай филармонияһы бейеү ансамбленең сығышы ла бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Һабан байрамын асыу хоҡуғы БР атҡаҙанған төҙөүсеһе Салауат Фәйзуллинға, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, районыбыҙҙың почетлы гражданины Фәрит Хәйбрахмановҡа, хеҙмәт ветераны Николай Демешовҡа бирелде. Флаг күтәреүгә “Раевка” йәмғиәте малсыһы Рим Вәлиуллин һәм “Заря” йәмғиәте механизаторы Вячеслав Потапов лайыҡ булды.

Байрам парадын легендар “Виллес” автомобилендә һуғыш ветераны Р. Г. Ғөбәйҙуллин, запастағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры Ф. Г. Зиннәтуллин аса.

Дикторҙар Тәнзилә Зарипова һәм Рәшит Үләмәев сығышы аҫтында транспаранттар, төҫлө шарҙар менән биҙәлгән машиналарҙа Ниғмәтулла ауылынан Дибаевтар, Балғажынан Хәжиевтарҙың күп балалы ғаиләләре, “Раевсахар”, “Башҡортостан бройлеры”, “Раевка элеваторы” йәмғиәттәре эшсәндәре, банк системаһы хеҙмәткәрҙәре, “Башкирэнерго” һәм “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” йәмғиәте, үҙәк район дауаханаһы, республиканың боронғо уҡыу йорто – Аксен агросәнәғәт колледжы, ауыл биләмәләре вәкилдәре уҙа.

Әлшәй халҡын байрам менән район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин ҡотлай:

- Быйыл аграрсылар лайыҡлы эшләне, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәрен агротехник сроктарҙа башҡарып сыҡты. Бөгөн район игенселәре алдында сәсеүлектәрҙе ваҡытында һәм сифатлы тәрбиәләү бурысы тора.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республика Хөкүмәте ауыл хужалығы предприятиеларына һәр ваҡыт баһалап бөткөһөҙ ярҙам ҡулы һуҙа. Йыл башынан ауыл хужалығын үҫтереүгә 26 млн һумлыҡ субсидия бүленде. 224 млн һумға кредит һәм займдар алынды.

Район башлығы республика етәкселегенә ошондай ҙур ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе, механизаторҙар һәм малсылар, эшселәр һәм етәкселәр, уҡытыусылар һәм табиптар, төрлө өлкә вәкилдәре хеҙмәтен маҡтап телгә алды. Һабан байрамын үткәреүҙә ярҙам иткән ойошмаларға, район хужалыҡтарына, эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе. Хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандарына ихлас теләктәр еткерҙе һәм был күркәм байрамда барыһына ла яҡшы ял теләне.

Тантаналы шарттарҙа хеҙмәт алдынғыларына РФ һәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтары, район хакимиәте грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтар һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү район конкурсында еңгән ауыл биләмәләренә лә бүләктәр тапшырылды.

Байрамдың тантаналы өлөшө сағыу салют менән тамамланды һәм артабан мауыҡтырғыс һәм күңелле уйындар башланды. Спорт программаһын 1600 метрға еңел атлетика кросы асты. Йүгереүселәр артынан егелгән аттарҙа бригадирҙар күренде. Был бәйгелә “Ғимаева Г. Р.“ крәҫтиән-фермер хужалығынан 5-се һан аҫтында Казбек ҡушаматлы атында Зөлфәт Фазылов алға сыҡты. Шул уҡ һан аҫтында дүрт йәшлек Брук-Лэй ҡушаматлы ерән бейәлә “Ғәлиәкбәров” крәҫтиән-фермер хужалығынан Вәсил Ҡотоев еңеү яуланы. Юртаҡтар сабышында Аксен агросәнәғәт колледжынан Ларк-Кранда Фәнис Кәримов беренсе урынға сыҡты. 3200 метр араға ат сабыштарында финишҡа тәүгеләрҙән булып “Ғәлиәкбәров” крәҫтиән-фермер хужалығынан биш йәшлек Гусар ҡушаматлы ҡола атта Фларид Ильясов килде.

Тамашасылар уратып алған көрәш келәмендә батырҙар көс һынашты. Аксен агросәнәғәт колледжынан Айнур Борханов (60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында), Айгиз Зыязетдинов (90 кг тиклем), “Красный Клин” агрофирмаһынан Арыҫлан Сафин (60 килограмға тиклем), “Башҡортостан игенселек компанияһы” йәмғиәтенән Рушан Ильясов (80 килограмға тиклем), Айтуған Әхмәтов (90 килограмға тиклем) еңеүгә өлгәште.

Теләге булған һәр кем төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа, аттракциондарҙа ҡатнаша алды. Ошондай һыуыҡ көндә лә һыуға төшөп балыҡны тотоусыусы йылғырҙар ҙа булды, ә төп сәхнәлә гөрләп байрам концерты барҙы.

Бик күп спорт сараларында Аксен агросәнәғәт колледжы, “Заря”, “Башҡортостан игенселек компанияһы” йәмғиәттәре вәкилдәре призлы урындар яуланы. Һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булған тирмәләр конкурсында, шулай уҡ дөйөм команда иҫәбендә, агросәнәғәт колледжы беренсе урынға сыҡты.

Балалар һабантуйы ла күңелле һәм мауыҡтырғыс булды, уны, һәр ваҡыттағыса, талантлы һәм үҙ эшенең оҫтаһы Надежда Самойлова етәкселегендәге Пионерҙар йорто педагогтары ойошторҙо. Уларҙың уңған ҡулдары менән парк һәм баҡса дизайны өсөн бесәндән эшләнгән ат, эт, ҡоралай һәм айыу һындары барыһының да күңеленә хуш килде. Был эштәрҙе башҡарыуға уларҙы Мәжит Шакир улы Миңлебаев илһамландырған.

Сәхнәлә райондың йәш таланттары сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре эшләне, унда мәктәп һәм балалар баҡсалары коллективтары актив ҡатнашты. Йәрминкәләрҙә ижади оҫтаханалар гөрләп торҙо, унда теләге булған һәр кем үҙ ҡулдары менән төрлө әйберҙәр ҙә эшләп ҡараны. Ҡунаҡсыл хужалар, үҙенсәлекле биҙәлгән милли тирмәләр, тәмле шашлык һәм ысын үзбәк былауы, балаларҙың яратҡан тәм-томо – төрлө төҫтәге шәкәрле мамыҡ, ҡамыр ризыҡтары парашютсылар ҡатнашлығындағы онотолмаҫ сағыу авиашоу, спорт, музыкаль һәм концерт программалары, төрлө уйындар, аттракциондар, матур бүләктәр һәм приздар әлшәйҙәрҙе яңы хеҙмәт уңыштарына илһамландырҙы, дәрт-дарман өҫтәне. Шулай итеп, быйылғы һабантуй ҙа шаулап-гөрләп үтеп китте!

Читайте нас: