Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2018, 13:04

Һәр сығышы – матур тамаша

Ижад даирәһендә егерме йыл ҡолас ташлап, уңышлыэшләп килгән был талантлы коллектив фестивалдә беренсе урын яуланы.

“Кушнаренко таңдары” ауыҙ-тел ижады республика фестиваленән “Замана” эстрада-фольклор төркөмө I дәрәжә лауреат исемен алып ҡайтты.

Милли мәҙәниәт белгестәренең осрашыу майҙанына әйләнгән фестивалгә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 46 ижади коллектив йыйылды.

Ике көн дауамында ҡатнашыусылар башҡорт, татар, рус, мари, сыуаш һәм удмурт халыҡтары фольклоры байлығын күрһәтте, улар “Традиция”, “Быуындан-быуынға”, “Яңырыу” һәм “Ғаилә ансамблдәре” номинацияларында көс һынашты. Әлшәйҙәр данын яҡлап, социаль-мәҙәни үҙәктең Айгөл Нуриәхмәтова етәкселегендәге “Замана” төркөмө туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыусы боронғо “Ант әйтеү” йолаһын тәҡдим итте. Халыҡ төркөмөнөң “Традиция” номинацияһында үҙенсәлекле сығышы тамашасыларға ла, танылған фольклор белгестәренә лә бик оҡшаны.

- Ата-бабаларыбыҙ традициялары һәм йолаларында бик күп быуаттарға һуҙылған тормош тәжрибәһе тупланған. Ғаилә йылында беҙ уларға туҡталмай булдыра алманыҡ. Минеңсә, был йола, әлеге ваҡытта, ниндәйҙер бәхәстәр, аңлашылмаусанлыҡтар туғандар араһында кәртә булып торғанда, айырыуса көнүҙәк, - ти коллектив етәксеһе Айгөл Нуриәхмәтова. – “Ант әйтеү” – бөтә нәҫел-нәсәп менән бер туғандарҙы дуҫлаштырыу йолаһы ул. Сығышыбыҙҙа беҙ Дим буйының үҙенсәлекле фольклорын – төрлө уйындар, легендалар, йыр-бейеүҙәрен һәм тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәү идеяһын һәм, әлбиттә, туғандар араһындағы рухи-әхлаҡи сифаттарҙы һәм йылы мөнәсәбәттәрҙе күрһәтергә тырыштыҡ.

“Замана” төркөмө артистары Нияз Ғиззәтуллин, Вилдан Байгилдин, Земфира Ситдиҡова, Наилә Шәрипова, Тәнзилә Зарипова, Алик Ғәбделмәнов, Эдуард Фәсхетдинов, Руфина Хәмәҙәлиева, Әҡлимә Байназарова һәм Илгиз Шәүәлиев үҙҙәренең сағыу, ихлас сығыштары менән “Кушнаренко таңдары”нда бар тамашасыларҙың күңелен яуланы. Ижад даирәһендә егерме йыл ҡолас ташлап, уңышлы эшләп килгән был талантлы коллективҡа беренсе урын бирелде.


Читайте нас: