Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель 2018, 10:55

Донъя йондоҙҙары - бер сәхнәлә

Район мәҙәниәт һарайында бөтә донъя кино “артистарын” һәм “йондоҙҙарын” бер сәхнәгә йыйған “Один в один” музыкаль пародиялар тамашаһы үтте.

Район мәҙәниәт һарайында бөтә донъя кино “артистарын” һәм “йондоҙҙарын” бер сәхнәгә йыйған “Один в один” музыкаль пародиялар тамашаһы үтте.

Миллионлаған совет тамашасыһын илатҡан да, йырлатҡан да һинд актеры Митхун Чакроборти, донъя кинематографының иң яҡшы комиктарының береһе Чарли Чаплин, үҙенсәлекле йырсы Григорий Лепс, яңы рус әбейҙәре Цветочек һәм Матрена һәм башҡа йондоҙҙар был иҫ киткес матур тамашаның ҡунаҡтары булды. Бөтә сығыштар ҙа эстрада йондоҙҙары һәм кино артистарыныҡынан бер ҙә ҡалышманы.

Ләкин “Один в один” – ул, иң элек, конкурс. Шуға ла жюриға, бер нимәгә ҡарамай, иң яҡшы пародистарҙы һайлап алырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә Митхун Чакроборти булып сығыш яһаған Артем Маслич һәм “Кривое зеркало” юмористик тапшырыуына пародия күрһәткән Отрада коллективы еңеүселәр тип иғлан ителде. Йырсы Гарик Сукачевты оҫта күрһәткән Флүр Шәрипҡолов һәм рус сиғандары музыкаһы королеваһы Леонсия Эрденко образын тыуҙырған Зөлфирә Ғәниева (Ғәйнәямаҡ) икенсе урынды алды. Ә Зеленый Клиндан Гөлсәсәк Погорельскаяның “берәҙәк” Чарли Чаплинына һәм Татьяна Жуковскаяның рэпер Децл образына өсөнсө урын бирелде.

Читайте нас: