Әлшәй хәбәрҙәре
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2018, 14:20

Моң ҡеүәте тынмаҫ башҡортта!

Ташлы ауылында башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Дим моңо” төбәк конкурс-фестивале уҙҙы.

Ташлы ауылында башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Дим моңо” төбәк конкурс-фестивале уҙҙы.

Районбыҙҙа 2009 йылда үткәрелә башлаған һәм ике йылға бер тапҡыр ойошторолған был фестиваль һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын белеүселәр һәм баһалаусыларҙа ғына түгел, ә бөтә Дим-Өршәк төбәгендәге йыр сәнғәтен һөйөүселәрҙә лә популярлыҡ яуларға өлгөрҙө. Бына быйыл да яҡташыбыҙ, фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә арналған “Дим моңо” бәйгеһе бер сәхнәгә Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк райондарынан һәм, әлбиттә, Әлшәйҙән утыҙҙан ашыу башҡарыусыны йыйҙы.

Конкурс ике йәш төркөмөндә – 16 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәнерәктәр араһында үткәрелде. Сараның маҡсаты – Дим төбәге халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау һәм, иң мөһиме, йәштәрҙә халыҡ мәҙәниәте ынйыларына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Һәр ҡатнашыусы ике йыр башҡарҙы, уларҙың береһе конкурс шарттары буйынса мотлаҡ беҙҙең төбәктә һирәк башҡарылған йыр булырға тейеш, әйткәндәй, жюри уның яҙылыу тарихын белеүҙе лә баһаланы.

Шуныһы ҡыуандыра, сәхнәгә оҫта башҡарыусылар менән бер рәттән йәш йырсылар ҙа сыҡты. Әгәр Иҙрис ауылынан иң өлкән ҡатнашыусы Сәүиә инәй Муллағәлиеваға 77 йәш булһа, район үҙәгенән моңло тауышлы Рамазан Садиҡовҡа ни бары ете йәш ине.

Быйылғы “Дим моңо” фестивале Гран-прийы башҡарыу маһирлығы менән тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да хайран ҡалдырған Илһам Фазыловҡа (Никифар ауылы) бирелде. Жюри составында яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Розалия Солтангәрәева, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Үҙәнбаев, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Гөлгөнә Вәлитова һәм Наилә Яҡупова бар ине.

Тамашасылар шулай уҡ Себенле ауылынан 75 йәшлек гармунсы Шакир Зариповтың “Сибай” һәм “Сәлимәкәй”ҙе башҡарыу оҫталығын да юғары баһаланы. Ул приз менән бергә “Ирәндек моңдары” бәйгеһенә лә саҡырыу алды. Әлшәй йырсылары Гөлнур Миңлеғолова (Себенле ауылы) һәм Гөлгөнә Татлыбаева (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы) икенсе урынды бүлеште. Ә Миәкә районынан Лилиә Аҙнағолова һәм Раевканан Наилә Шәрипова өсөнсө урынға сыҡты. Йәш башҡарыусылар араһында Рамазан Садиҡов, Венера Хәбибуллина (Сураҡай ауылы) һәм Бишбүләк районынан Илзидә Хәбибуллина призлы урындар алды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа төрлө номинацияларға лайыҡ булды.

Читайте нас в