Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2018, 12:30

Моң түгелә, тылсым нур һибелә – Сәхнәлә бит Әлшәй йондоҙҙары!

Хәбәр итеүебеҙсә, тиҙҙән беҙҙе билдәле яҡташтарыбыҙ менән традицион осрашыу көтә. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур ваҡиғаға әҙерлектең нисек барыуы тураһында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов бәйән итә.

Хәбәр итеүебеҙсә, тиҙҙән беҙҙе билдәле яҡташтарыбыҙ менән традицион осрашыу көтә. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур ваҡиғаға әҙерлектең нисек барыуы тураһында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов бәйән итә.
- “Эй, Әлшәйем, Дим буйы” тамашаһы үҙенсәлекле өр-яңы программа буласаҡ, унда бер сәхнәлә бөтә Әлшәй йондоҙҙары бергә йыйыласаҡ.

- Эйе, был бик матур, сағыу тамаша булыр, тип көтөлә, тамашасылар күңелендә яңы хис-тойғолар һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырасаҡ концерт Стәрлетамаҡта ғына түгел, бөтә республиканың мәҙәниәт донъяһында ҙур ваҡиға булыр, тип уйлайбыҙ. Сара юбилей проекты - “Башҡортостан тарихы биттәре. Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” республика муниципаль райондары фестиваль-марафоны сиктәрендә үткәрелә. Штандартты беҙгә ошо мәҙәни акцияны башлап ебәргән Хәйбулла районы вәкилдәре тапшырҙы.

Беҙ тап 28 февралдә Стәрлетамаҡта районыбыҙ, уның социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары, Әлшәйҙең тарихи-мәҙәни потенциалы менән таныштырасаҡбыҙ. Шуға ла ул бай йөкмәткеле концерт программаһы ғына булмаясаҡ, унда районыбыҙ тарихы һәм уның киң билдәле шәхестәре, етештереүселәребеҙҙең тауарҙары, халыҡ кәсепселәре тураһында күргәҙмә лә ойоштороласаҡ, ҡунаҡтар, данлыҡлы яҡташтарыбыҙ – дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, төрлө тармаҡ вәкилдәре, студентар һәм йәштәр саҡырыла. Һәм был көндө беҙ юбилей марафоны эстафетаһын Ҡырмыҫҡалы районына тапшырасаҡбыҙ.

- Мирғәсим Факил улы, беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға концертта ҡатнашасаҡ артистар тураһында хәбәр иткәйнек инде. Яңы исемдәр өҫтәлмәнеме?

- Алдан әйтелгән артистарҙың бөтәһе лә был көндө сәхнәгә сығасаҡ. Күренекле шағирәләребеҙ Гөлфиә Юнысова һәм Земфира Муллағәлиева ла был сағыу ваҡиға уртаһында буласаҡ. Әлшәйҙәрҙең күптәнге дуҫы, “Йондоҙло вокзал” тамашаһында ҡатнашҡан Башҡорт академия драма театры артисы Рәүис Заһитов йәнә беҙҙең район тамашасылары менән осрашырға теләк белдерҙе. Эш графигы бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ошо уҡ көндө Дәүләкән ҡалаһында ла концерт менән сығыш яһаясаҡ Әнүәр Нурғәлиев та Стәрлетамаҡҡа киләсәк.

- Райондаштарыбыҙҙың күбеһе редакцияға, автобустар хәрәкәте ойошторолормо икән, тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Концерттан һуң төндә Раевкаға ҡайтыу өсөн транспорт табыуы ауыр буласаҡ бит.

- Әлшәйҙәрҙе концертҡа алып барыуҙы ауыл биләмәләре хакимиәттәре ойоштора. Район үҙәгенә килгәндә иһә, эйе, транспорт буласаҡ. Бөгөн пассажирҙар ташыу хеҙмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Был йәһәттән эшҡыуарҙар беҙгә ярҙам итер, тип уйлайым. Транспортҡа бәйле һорауҙарығыҙ булһа, мәҙәниәт бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.


Читайте нас: