Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль 2018, 22:11

Йырсы Гөлназ Асаева киләсәккә пландары менән уртаҡлашты

Ҙур интервьюла йырсы коллегалары Радик Юльяҡшин (Элвин Грей), Ришат Төхвәтуллин һәм РНТ менән танышыу һәм дуҫлашыу тарихын бәйән итте һәм башҡа сетерекле һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.

Танылған йәш йырсы Гөлназ Асаева сығышы күпме торғаны хаҡында һөйләне. Артист 50 мең һум һандарын атаны һәм был уртаса гонорар тине. Эшләгән аҡсаһын ҡыҙ тотонмай, ә үҙ үҫешенә һалып бара – яңы йырҙар яҙҙыра һәм клиптар төшөрә.
Ҙур интервьюла йырсы коллегалары Радик Юльяҡшин (Элвин Грей), Ришат Төхвәтуллин һәм РНТ менән танышыу һәм дуҫлашыу тарихын бәйән итте. Гөлназ уға Радик Юльяҡшин менән мөхәббәт мөнәсәбәттәрен бәйләп яҙған имеш-мимештәргә, ул уның кейәүеме тигән сетерекле һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.
Гөлназ атаһы – билдәле йырсы Рөстәм Асаев һәм үгәй атаһы – танылған башҡорт эстрадаһы артисы Фәдис Ғәниев менән мөнәсәбәттәре тураһында ла һөйләне.
Артист ни өсөн Ҡазанда уҡыуын ташлағанын һәм ни сәбәпле Өфө сәнғәт училищеһында академик ял алыуын аңлатты. Ҡыҙ яңы Рәсәй йырсыһы Джаннат образында киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Был образ өҫтөндә Мәскәү продюсеры эшләйәсәк. Эш сентябрҙә башлана.
Гөлназ Асаеваның интервьюһы яңы «Ishkinin vs» проекты сиктәрендә видеоинтервью форматында сыҡты. Өфө журналисы, «Бәйләнештә» селтәрендә популяр «Башҡорт эстрадаһы» проекты етәксеһе Заһир Ишкинин интервьюлар серияһын сығара башланы. Уларҙы үҙенең Youtube-каналына һәм социаль селтәрҙәргә һаласаҡ.
«Йондоҙҙарҙа» ғына туҡталып ҡалғым килмәй, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмәләр эшләүсе кешеләр менән интервью эшләйәсәкмен», — тип хәбәр итте Заһир «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә.
Читайте нас: