Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2018, 13:24

Күрештерә, осраштыра Әлшәйҙең йондоҙҙары

Тиҙҙән Стәрлетамаҡ ҡалаһында билдәле яҡташтарыбыҙҙың концерты уҙасаҡ. Районыбыҙҙан сыҡҡан данлыҡлы йырсылар, музыканттар һәм композиторҙар, актерҙар һәм шағирҙар менән матур традицияға әйләнгән бындай осрашыу быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә.

Тиҙҙән Стәрлетамаҡ ҡалаһында билдәле яҡташтарыбыҙҙың концерты уҙасаҡ
Районыбыҙҙан сыҡҡан данлыҡлы йырсылар, музыканттар һәм композиторҙар, актерҙар һәм шағирҙар менән матур традицияға әйләнгән бындай осрашыу быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ошо күркәм сара тураһында беҙ ойоштороу комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтовтың һөйләүен үтендек.
- Закуан Зөфәр улы, йондоҙҙарыбыҙҙың Әлшәй сәхнәһендә, республика баш ҡалаһында гөрләп уҙған концерттары әле булһа хәтерҙә. Быйыл йырлы-моңло был тамаша Стәрлетамаҡта уҙасаҡ, ни өсөн тап ошо ҡала һайланды?
- Эйе, яҡташтарыбыҙҙың быйылғы осрашыуы Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының 1100 тамашасыны һыйҙырған ҙур күркәм залында үтәсәк. Ни өсөн Стәрлетамаҡ, тиһегеҙме? Сөнки был ҡала менән беҙҙе күптәнге эшлекле мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй, бында күп райондаштарыбыҙ, бик күп йәштәребеҙ – юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары ошонда белем ала, уларҙың да ошондай осрашыуҙар үҙәгендә булғыһы килә.
Был сараның бик ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, сөнки ул республика һәм район мәҙәниәтенә лайыҡлы өлөш индергән билдәле кешеләрҙең яҙмышына, тыуған еребеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уята, һәм, әлбиттә, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм тыуған яҡҡа ғорурлыҡ хисе менән берләштерә.
- 2014 йылғы театрлаштырылған “Йондоҙло вокзал” тамашаһы беҙҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Быйылғы проект тамашасыларға нимә әҙерләй?
- Беренсенән, сара республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала. Шуны ла әйтергә кәрәк, осрашыу урындағы һәм Стәрлетамаҡта йәшәүсе бағыусылар ярҙамында үтә. Ҙур күләмле күргәҙмә ойоштороласаҡ, ул район тормошоноң төрлө өлкәләрен – мәғарифтән алып эшкәртеү сәнәғәтенә тиклем үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ауыл хужалығы, Әлшәй тауар етештереүселәре продукцияһы, балалар ижады, халыҡ оҫталарының эштәре тәҡдим ителәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн районыбыҙҙың нисек йәшәүен, нимәләр менән ғорурланыуын күрһәтергә тырышасаҡбыҙ.
Концерт программаһына килгәндә иһә, ул мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы буласаҡ, антракт ваҡытында уйындар, бейеүҙәр ойоштороу күҙаллана. Тамашасы ҡәнәғәт ҡалыр, тип уйлайым. Әлегә бөтә серҙе лә асмайым. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы, тиҙәр бит.
- Беҙҙе кемдәр менән осрашыу көтә һуң?
- Яҡташтар менән осрашырға, тулҡынландырғыс аралашыу минуттары бүләк итергә Әлшәй йондоҙҙары ғына түгел, уларҙың тормош иптәштәре һәм балалары ла ҙур теләк белдерҙе. Әхмәр Әхмәҙуллин һәм Шәүрә Дилмөхәмәтова, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, Гөлсинә Мөхәмәҙиева һәм Марат Саҙрыев, Розалия Солтангәрәева һәм Илшат Мөслимов, Светлана Хәкимова һәм Рәмис Хәкимов, Рәфисә Әсәҙуллина һәм Таһир Әсәҙуллин ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Минзәлә Хәйруллина, Хәлимә Ғәббәсова, Рәйфә Садиҡова, Альфред Яҡшымбәтов, Нурия Абдуллина, Наил Шәймәрҙанов, Әнүәр Нурғәлиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Фәрүәз Килдеғолов, Гүзәл Әхмәтова, Вилдан Фәйзуллин, Зарема Әйүпова, Рөстәм Ғүмәров, Эльвира Мөхтәрова сығыш яһаясаҡ. Осрашыуҙа бала саҡтары йәмле Дим буйында уҙған, Әлшәй ерендә тыуып үҫкән шағирҙар, рәссамдар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа бик күп арҙаҡлы шәхестәр буласаҡ.
Хөрмәтле әлшәйҙәр! Сәнғәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған, билдәле яҡташтарыбыҙ ижады менән ҡыҙыҡһынған һәм сағыу тәьҫораттар көткән тамашасыларҙы “Эй, Әлшәйем, Дим буйы!” тип аталған матур сараға саҡырабыҙ.
Әлшәй йондоҙҙарының концерты 28 февралдә 19 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт һарайында була. Билеттарҙы ҡала мәҙәниәт һарайы һәм Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәге кассаларында һатып алырға мөмкин.
Билет хаҡы – 450-500 һум.
Реклама хоҡуҡтарында
Читайте нас: