Маҡсатҡа ынтылыусан, талантлы һәм әүҙем йәш ғаилә парҙары үҙҙәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, балалары менән ижади конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһаны һәм еңеү яуланы. Гран-при хаҡлы рәүештә Воздвиженканан Фазлыевтарҙың татыу ғаиләһенә бирелде.
Атаһы Раил Инсаф улы менән “Фазлыев” крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек иткән ғаилә башлығы Азат ҡатынына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Дарья бәйгелә ҡатнашыу теләге белдергәс тә, ул шунда уҡ риза була. Шиғыр юлдары менән визитка төҙөнөләр, унда: “Беҙҙең өсөн иң мөһиме - ғаилә, бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы еңеп сығырбыҙ. Беҙ бирешмәйәсәкбеҙ!” тигән һүҙҙәр бар. Ә һигеҙ йәшлек улдары Динислам тәүге тапҡыр халыҡ алдына сығып, йыр башҡарҙы. Әйткәндәй, уның сығышын бик йылы ҡабул иттеләр. Әсәйҙәр тураһында ла ул: “Әсәй – ул ҡояшлы йәй, аҡ ҡар, көҙгө япраҡ, ул – донъяның нуры!” тип, бик матур һүҙҙәр әйтте. Фазлыевтарҙың ике йәшлек ҡыҙҙары Әҙилә лә сәхнәләштерелгән тамашала ҡатнашты.
Азат менән Дарья ун йылға яҡын бергә йәшәй. Ысынлап та, был татыу һәм берҙәм ғаиләгә, уларҙың һәләтле балаларына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел