Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2017, 18:08

Нурия Ирсаева үҙенең юбилейы йылында төп ролдә киноға төштө

Танылған башҡорт актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева үҙенең юбилей йылында киноға төштө.

Танылған башҡорт актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева үҙенең юбилей йылында киноға төштө. Ул режиссер Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролде башҡарҙы. Таҫма «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлдө.
«Фильм режиссерҙың өләсәһе Мәрзиә Кәримоваға бағышланған автобиографик тарихҡа нигеҙләнгән. Ҡыҙ әсәһенә уның берҙән-бер улының яҡты донъянан киткәнлеген әйтергә тейеш. Был тормошта иң ҙур һынауға әүерелә. Роль тәүҙән үк Нурия Ирсаева өсөн яҙылды, — тип һөйләне фильмдың сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева. - Был -хөрмәтле һәм талантлы актрисаның юбилейына бүләгебеҙ».
Шулай уҡ ролдәрҙә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты уҡытыусыһы Земфира Хөсәйенова, Илдар Сәйетов һәм йәш актер Арыҫлан Тимеров уйнай.
Кинотаҫманың рәсми презентацияһы «Родина» кинотеатрында Халыҡ-ара кино көнөнә — 28 декабргә билдәләнгән. Фильм Архангельскиҙа барған VI «Берегиня-2017. Вместе в будущее» халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уны «Документаль кино» номинацияһы сиктәрендә күрһәттеләр.