Ул хатта ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Йыл башынан Әлшәй районы буйынса 1-се һәм 2-се суд участкаларының мировой судьялары тарафынан ошондай 21 енәйәт эше тикшерелгән.
Асыҡланыуынса, бындай һәр енәйәт иҫерек килеш ҡылына, уларҙың ҡорбандары ла йыш ҡына яҡын туғандары була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр быны енәйәт эшен еңеләйтеүсе факт тип иҫәпләй. Әммә суд енәйәттең йәмғиәт өсөн ниндәй кимәлдә хәүефһеҙ булыуын, уны ҡылыу шарттары һәм ғәйепләнеүсенең шәхесенә ҡарап, алкоголь, наркотиктар, психотроп матдәләр ҡулланыу сәбәпле, иҫерек хәлдә енәйәт ҡылыуын көсәйтеүсе билдә тип танырға мөмкин.
район прокуроры ярҙамсыһы.
Фото: Яндекс