Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
10 Апрель 2019, 12:13

Үҙе юҡтың күҙе юҡ

Әлшәйҙең өс егете автотранспорттан урлашҡан өсөн язаға тарттырылды.

- Былтыр йәй улар төндә йорт янында ҡараусыһыҙ ҡалдырылған йөк машинаһынан һәм еңел автомобилдән аккумулятор, дизель яғыулығы һәм башҡа мөлкәт (бөтәһе 15 осраҡ) урлай, - тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса тикшереү бүлеге өлкән тикшереүсеһе Мария Ғәзизова. - Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре үткәргән оператив саралар һөҙөмтәһендә улар тотолдо.

Ғәйепләү буйынса енәйәт эше район судына тапшырылды, ҡараҡтар законға ярашлы үҙ язаларын алды.

- Хөрмәтле әлшәйҙәр, ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн авто һәм мототранспорттарығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, - ти юстиция майоры М. А. Ғәзизова.

Фото: Яндекс
Читайте нас: