+6 °С
Ясна
Иҫерек килеш руль артына ултырып, автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән был ирҙе йәнә ошо хәлдә Әлшәй юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары туҡтата. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
- Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны, шулай уҡ башҡа хәлдәрҙе лә иҫәпкә алып, суд уны 240 сәғәт мәжбүри эшкә йәлеп итеп, 1,5 йылға транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итте, - тине судья ярҙамсыһы Светлана Шәмсетдинова.
Фото: Яндекс