Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
26 Март 2019, 14:09

Үлтереү менән янаған

Ҡатыны менән әрләшкән бер иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Бының сәбәбе - иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу.

Былтыр сентябрь айында иҫерек ир ҡатыны менән әрләшә һәм уны туҡмай, ул ғына ла түгел, үлтереү менән янай. Ҡото осҡан ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.

Эштең бөтә хәл-шарттарын иҫәпкә алып, Әлшәй район суды Н.-ды ике статья – аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереү һәм үлтереү менән янау буйынса ғәйепле тип тапты. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Суд уны бер йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә бер йыл да ике айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.

Читайте нас: