Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
25 Март 2019, 17:34

Иң элек - хәүефһеҙлек

Район прокурорының дәғүә ғаризаһы буйынса Әлшәй район суды гражданин Ю.-ға ҡарата транспорт сараларына идара итеү хоҡуғын туҡтатыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Прокуратура үткәргән тикшереү барышында асыҡланыуынса, был ирҙең машина йөрөтөүгә хоҡуғы булмауын раҫлаусы медицина-психиатрия йәһәтенән ҡаршы күрһәтмәләре лә булған – ул Раевка үҙәк район дауаханаһында табип-наркологта иҫәптә торған.


Автомобиль – юғары хәүеф сығанағы, медицинаға бәйле ҡаршы күрһәтмәләре булған кеше транспортҡа идара иткәндә, бының юл фажиғәләренә килтереүе, тирә-яҡтағыларҙың ғүмеренә һәм һаулығына зыян килеүе мөмкин. Шуға ла суд прокурор талаптарын законлы тип тапты һәм яуап биреүсенең транспортҡа идара итеү хоҡуғын туҡтатыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Светлана ШӘМСЕТДИНОВА,
судья ярҙамсыһы.

Читайте нас: