Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
11 Март 2019, 18:14

Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары яҡланды

Район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоуы тураһындағы коллектив мөрәжәғәтен тикшереү үткәрҙе.

Ғариза биреүселәр 2017 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем “Төбәк-Хәүефһеҙлек” һаҡ хеҙмәте йәмғиәтендә эшләгән, “Шафран” шифаханаһы объекттарын һаҡлаған, ләкин хеҙмәткәрҙәр менән шәхси һаҡ предприятиеһы араһында хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән. Бынан тыш, йәмғиәт эшсәндәренә июндән алып авгусҡа тиклем хеҙмәт хаҡы түләнмәгән.

Район прокуратураһы, хеҙмәткәрҙәр менән “Төбәк-Хәүефһеҙлек” йәмғиәте араһында хеҙмәт мөнәсәбәттәре булыу осрағын таныуҙы, хеҙмәт хаҡын түләүҙе, пенсияның тупланма өлөшөнә аҡса күсереүҙе, шулай уҡ мораль зыянды компенсациялауҙы талап итеп, судҡа дәғүә ғаризалары ебәрҙе. Дәғүә ғаризалары тикшерелде һәм ҡәнәғәтләндерелде.

Т. ПАНИЧ,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: