Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
11 Ғинуар 2019, 16:56

Аҡсаны аварияла ғәйепленән түләттерергә

Әлшәй район суды ҡарары менән “Росгосстрах” страховка компанияһының бер шоферға ҡарата страховка түләүҙәре суммаһын түләттереү тураһындағы дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелде.

2016 йылдың февралендә был кеше үҙ автомобилендә йәйәүлене бәрҙерә, юл-транспорт ваҡиғаһында шофер ғәйепле була. Ҡаза күреүсе ОСАГО полисы буйынса юғалған хеҙмәт хаҡын ҡайтарыу өсөн “Росгосстрах”ҡа мөрәжәғәт итә. Компания уға ОСАГО страховка килешеүе шарттары, медицина һәм башҡа документтар нигеҙендә страховка түләгән.
“Росгосстрах”, үҙ сиратында, аварияла ғәйепләнеүсенән регресс (кире талаптар) тәртибендә аҡса түләттереү тураһында дәғүә биргән.
- Суд страховка компанияһының дәлилдәрен законлы һәм нигеҙле, тип тапты һәм дәғүә талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе, яуап биреүсенән страховка суммаһын түләттерҙе, - тип хәбәр итте судья ярҙамсыһы Светлана Шәмсетдинова.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: