Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе Игорь Асенкин хәбәр итеүенсә, быйыл февраль айында Красный Клин ауылында иҫерек ир танышы - 83 йәшлек пенсионер әбейҙе таларға була. Тәүҙә ул ишек шаҡый, әммә уға бер кем дә яуап бирмәй. Хоҡуҡ боҙоусы тәҙрәне ватып, өйгә инә. Өлкән йәштәге әбей өйҙә булып сыға, ул быяла ватылған тауышҡа уянып китә һәм саҡырылмаған ҡунаҡты ҡыуа башлай. Ҡараҡ әбейҙең хәлһеҙлегенән файҙаланып, уны аяуһыҙ рәүештә туҡмай. Шунан һуң өйҙән биш ҡап сәй урлай һәм енәйәт урынынан ҡаса.
Бер айҙан һуң өлкән йәштәге әбей дауаханала вафат була.
Республика Юғары суды ирҙе махсус режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреп, 17 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.